Бөгөн - Халыҡ-ара ғаилә көнө. Башҡортостанда ошо айҡанлы һәм Ғаилә йылына арнап Ғаилә аҙналығы үтә. Бөгөн Өфө "Нур" татар дәүләт театры сәхнәһендә тәрбиәгә бала алған ғаиләләр тәбрикләнде. Ә интернет киңлектәрендә иһә Ғаилә порталы үҙ эшен башланы.
Синтезатор клавишалары кеүек Надежданың тормошо ла ике генә йәшенән аҡлы-ҡаралы төҫтәрҙә. Иң ғәзиз кешеһенең наҙынан мәхрүм була сабый. Ярай әле өләсәһе яҙмыш ҡосағына ташламай. Ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡыҙының өс балаһын Ләлә Кәримова үҙе тәрбиәләп үҫтерергә ҡара итә. Өс бер туған өс тағандай бер-береһенә таяныс, ә өләсәй ни тиһәң дә сит кеше түгел.
Өлкәндәре Рөстәм медицина университетында белем ала. Ул гитарала уйнарға өйрәнә. Әсәй урынына ҡалған өләсәләре уларҙың донъяһы бөтөн булһын өсөн барыһын да хәстәрләй.
Өс баланы опекунлыҡҡа алған Ләлә Кәримова һәм бер туған Князевтар бөгөн "Нур" татар дәүләт театры сәхнәһендә. Балаларға ғаилә йылыһы биреп үҫтергән ханым һәм тағы тиҫтәгә яҡын ошондай ғаиләләр "Бәхетле ғаилә" фестивалендә сығыш яһай.
Фестиваль баш ҡалала икенсе тапҡыр ойошторола. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡарауһыҙ ҡалған балалар кәмемәй. Өфөлә 2 меңдән ашыу ҡарауһыҙ ҡалған бала иҫәпләнә, уларҙың 600 тәрбиәгә алынған. Тап оло йөрәкле өлкәндәр булғанда сабыйҙар етемлек әсеһен тоймаясаҡ.
Ҡыҙы ауыр сирҙән донъя ҡуйғас, Миңниса Әбделхай ҡыҙы алдында ейән-ейәнсәрҙәрен ҡайҙа илтеү һорауы тормай. Ике генә түгел, өс кешене бер үҙе алмаштырырға тура килә уға. Әсәй , өләсәй һәм атай. Балаларҙың йылмайып торған йөҙҙәренә ҡарап ысынлап та уларҙың бәхетле ғаилә булыуына шик тыумай.
Был аҙнала республикала ғаилә аҙналығы бара һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы төрлө саралар үткәрә. Шуларҙың береһе - Интернет киңлектәрендә Ғаилә порталын асыу. Сайтта ғаилә ҡорорға теләүселәр, йәш ата-әсәләр, һәм тәжрибәле өлкәндәрҙең аралашыу майҙанына әйләнер тип күҙаллана.
Ғаилә аҙналығы 19 майҙа Республика ата-әсәләр форумы менән тамамлана.




