Уҡытыуҙа заманса алымдар

Өфө районының Шамонин мәктәбе нигеҙендә хәҙерге заман белем биреү учреждениеһында тәрбиә эшен ойоштороу мәсьәләләре буйынса ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Фото №1 - Уҡытыуҙа заманса алымдар

Район кимәлендә ойошторолған сарала социаль педагогтар, психологтар, синыф етәкселәре, уҡытыусылар ҡатнашты. Улар мәктәп йәшендәге балалар менән уртаҡ тел табыуҙа, уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланыу буйынса фекер алышты. Конференцияла белем биреүҙә заманса технология мөмкинлектәре барланды. Ҡатнашыусылар мәктәптә сәләмәт тормош алып барыуҙы көйләү, йәйге каникул осоронда балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлеү кәрәклеге тураһында сығыштар тыңланы. Был тәңгәлдә уртаҡлашыр тәжрибә бар. Уҙған уҡыу йылында Шамонин урта мәктәбе нигеҙендә туғыҙынсы синыф уҡыусыларына ғаилә ҡиммәттәре курсы индерелгән. Мәғариф учреждениеһы етәкселеге әйтеүенсә, махсус курс уҡыусыларға ата-әсәһе, яҡындары менән нығыраҡ аралашыуға булышлыҡ итә. Ошо уҡ фән киләһе уҡыу йылынан тиҫтәләп мәктәптә уҡытыла башлар, тип көтөлә.

Барлыҡ халыҡтар беҙҙең тәрбиәүи эштә әүеҙем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым.

Зилә Шафиҡова, Миловка ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ