Башҡортостандың 100 йыллығына бассейн

Баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә юбилей объекттары исемлегенә ингән спорт комплексы барлыҡҡа киләсәк. Калинин районы өсөн был күптән көтөлгән ваҡиға, сөнки Өфөнөң төньяғында бассейны булған заманса комплекстар юҡ.

Ҡоролма Рәсәй өсөн яңы түгел. Өфөләге бассейн да федераль үҙәктә раҫланған проект буйынса эшләнгән. Әле бындай бина Кемеровта ғына, тиҙҙән илдең тағы ла егерме ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк. Проекттың үҙенсәлеге тиҙ ҡоролмалы һәм күп функциялы булыуында. Бассейндан тыш, фитнес , тренажерҙар залы ла ҡаралған. Бында шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырыла. Инвалидтарға Һыуға төшөү өсөн махсус күтәрмәләр ҡуйыласаҡ.

Бассейн метал конструкцияһынан, тамсы формаһында буласаҡ. Эсендә 25 метрлығы бассейн була, 4 рәтле, 11 метр киңлеге, ә тәрәнлеге 2 метр. Инорста йәшәүселәр өсөн был беренсе бассейн. Йыл аҙағына төҙөп бөтөрөргә тейешбеҙ.

Айрат Аҫылғужин, Төҙөлөш компанияһы директоры

Автор: Айнур Кәбиров