2018 йылда республикала федераль юлдарҙы ремонтлау буйынса күләмле эштәр башҡарыу күҙаллана. Төбәк хакимиәттәре билдәләүҙәренсә, 300 саҡрым юл участкалары төҙөкләндереләсәк. Бар эштәрҙе йыл аҙағынаса тамамлау ҡаралған.
Мөһим ремонт эштәре "Өфө-Ырымбур" һәм М5 юлдарында башҡарыласаҡ. Әлеге ваҡытта Ырымбур юлында водителдәр Толбазы ауылы, Кумертау ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы районы янында бер аҙ ҡыйынлыҡтарға осрай. М5 юлында иһә 50-се саҡрым участкаһында яңы юл ҡатламы һалынасаҡ.
Асфальттан тыш, йәйәүлеләр йөрөгән юлдар, һыу үткәреү системалары ла яңырасаҡ. Яңы юлдарҙа заманса автобус туҡталыштары һәм барьер ҡоймалары урынлаштырыласаҡ.
Фото: Интернет.




