Батыр - ил бәхете

Егетлек бүрек кейеүҙә түгел, ә батырлыҡта. Көслө рух, ҡыйыулыҡ, ниндәй хәл килеп тыуғанда ла юғалып ҡалмау ир-егеттең асылын билдәләй.

Хәйбулла районы Иләс ауылынан Айгиз Ҡоләхмәтовтың батырлығына һоҡланырлыҡ. Атом һыу аҫты крейсерында хеҙмәт иткән матрос ике кешене үлемдән ҡотҡара. Ҡыйыулыҡ өсөн миҙалды ул Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу ҡулынан ала. Сираттағы ялында яҡташыбыҙ тыуған яғына ҡайтты, мәктәп уҡыусылары менән осрашты.

Айгиз Дим улы Ҡоләхмәтовты бала сағынан икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ үҙенә тарта. Башланғыс синыфтарҙан һуң ғаиләһе менән Ишембайға күсәләр. Мәктәп йылдарында Айгиз физик әҙерлеккә ҙур иғтибар бирә. Шуға күрә лә, Тымыҡ океан флотында хеҙмәт иткән егеттә хәрби таһыллыҡ та, физик һәм рухи көс тә етерлек. Флотҡа биш йыл хеҙмәтен һалған егет үҙ асылын тапҡан.

Дальний Востокта хеҙмәт иттем, Камчатский край Илючинск ҡалаһында. Атомноподводный крейсер “Рязань” тип атала, тап шунда 5 йыл хеҙмәт итәм.

Айгиз Ҡоләхмәтов

Тиҫтерҙәре уны шаян, тиктормаҫ, шуҡ малай, тип белә. Ауыл мөхитендә эш, өлкәндәргә иғтибар һәм хөрмәт тойғолары менән тәрбиләнгән егет ете диңгеҙ аръяғында хәрби хеҙмәтен үтәгәндә батырлыҡ эшләрмен, тип башына ла индермәй. Кешелеклелек, миһырбанлыҡ кеүек яҡшы сифаттар уға ғаиләлә һалынған.

Тәрбиәнән киләлер, тип уйлайым. Бығаса ла ул һәр саҡ әбейҙәргә ярҙам итә торғайны. Ер ҡаҙырға, йә утын ярырға һораһалар, бер һүҙһеҙ барып эшләй торғайны.

Сәриә Ҡоләхмәтова, Айгиз Ҡоләхмәтовтың әсәһе

Айгиз Ҡоләхмәтов кеше ғүмере менән бәйле сетерекле хәл килеп сыҡҡанда ла юғалып ҡалмай. Аңын юғатҡан ике ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәрҙе үлемдән ҡотҡара. Матросҡа ҡыйыулыҡ өсөн миҙалды Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу тапшыра. Уның батырлығы райондаштарына, ауылдаштарына һәм мәктәп уҡыусыларына өлгө булып тора. Осрашыуға килгән үҫмерҙәр киләсәктә Айгиз Ҡоләхмәтов кеүек батыр булырға теләй.

Айгиз бик шуҡ малай булып ҡалған хәтерҙә. Бөгөн уны күреп шундай бәһлеүән матур егет булып үҫеп, герой исемен алғанға, беҙ бик ныҡ ғорурланабыҙ.

Алһыу Рәхмәтова, Иләс мәктәбе уҡытыусыһы

Абруйлы хәрби етәксе ҡулынан юғары бүләк алыу бер, ә был исемгә тап төшөрмәй йәшәү ҙур яуаплылыҡ. Награданың төҫөн юғалтмауы батырҙың үҙенән тора.

Автор:Гүзәл Борханова