Дәүләт башлығының лимузины Рәсәйҙә етештерелгән деталдәрҙән генә эшләнгән.
Яғыулыҡ багы Түбәнге Новгородта, Тире салон Рязандә тегелгән. Президент автомобилен рәсәйлеләр тәүге тапҡыр инаугурация ваҡытында күргәйне. Яңы лимузин Берҙәм модуль платформа проекты сиктәрендәге тәүге модель. Автомобилдең хаҡы юғары булыу сәбәпле, уны күпләп сығарыу әлегә мөмкин түгел. Етештереүселәр йыл аҙағына тиклем 150 берәмек машина һатырға иҫәп тота. Шулай ҙа киләсәктә завод ғаилә минивэндарын сығаруҙы планлаштырған.




