Тикшереү эштәре барышында полиция хеҙмәткәрҙәре Екатеринбургтың браконьерҙарын ҡулға ала. Енәйәтселәр законһыҙ рәүештә ҡыҫала һәм балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән була. Рәсәй Гвардияһы һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре ярҙармында браконьерҙарҙың эҙенә төшәләр.
58 һәм 32 йәшлек ике ир махсус ҡыҫала тотоу ҡоролмаһы һәм ау менән килә. Законһыҙ рәүештә тотолған балыҡтар һатылырға тейеш булғандыр, күрәһең.
Ҡулға алыныусылар алдан уйлап, эш иткәндәр. Йылға буйында йортто ҡуртымға алып, шул биләмәлә ауҙарҙы ҡуйып сығалар. Төркөмдөң өлкән ағзаһы быға тиклем дә хөкөм ителгән була, оҙайлы ваҡыт ошондай юл менән кәсеп иткән.
Һөҙөмтәлә, законһыҙ эш итеүселәр ауына ыуылдырыҡлы һәм ыуылдырыҡһыҙ килеш алабуға, суртан, табан, сабаҡ кеүек 130 балыҡ һәм 1100 ҡыҫала эләгә. Тәбиғәткә зыян күләме яҡынса 130 мең һум тәшкил итә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.





