Предприятие бөлгөнлөктән сығырмы?!

Стәрлетамаҡта күреү һәләте буйынса инвалидтар бер нисә ай дауамында хеҙмәт хаҡын ала алмай яфалана. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эш урындары менән тәьмин иткән "Низковольтэлектро" предприятиеһында уҙған йылдың октябренән алып банкротлыҡтың "Тышҡы идара итеү" процедураһы бара.

Фото №1 - Предприятие бөлгөнлөктән сығырмы?!

Вольерҙар, эттәргә ситлек һәм электр аппараты - һаҡлағыс етештереүсе ойошманың киләсәге ниндәй?!

Нурия Фәйзуллина станок артында көн әйләнәһенә аяғүрә баҫып тора, сымдан ситлектәр ҡора ул. Ваҡытында айлыҡ хеҙмәт хаҡы дүрт-биш мең һум була, унан һуң ун биш меңгә тиклем күтәрелә. Әммә һуңғы айҙарҙа ҡатын был аҡсаны күргәне лә юҡ, бушҡа эшләй. Эш хаҡы тотҡарлана. Ә өс тиҫтә йыл элек ул бында - гөрләп торған предприятиела хеҙмәт стажын башлай.

Ике смена, эш күп ине. Көрәк менән һалып эшләй инек. 1989 йылда эшкә урынлаштым, эш хаҡы юғары ине - ике йөҙ һум тирәһе. Ул ваҡытта яҡшы түләнеләр.

Нурия Фәйзуллина, Предприятие хеҙмәткәре

Ә бөгөн хәл башҡаса. Производство бөлгөнлөк хәлендә. Эшселәргә һуңғы ике ай һәм уҙған йыл өсөн эш хаҡы өлөшләтә түләнгән. Әйткәндәй, предприятие хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан күберәге күреү һәләте буйынса инвалид.

Әле мин өйҙә ултырам, сөнки аҡса түләмәйҙәр. Ауыр, әлбиттә. Фатир өсөн түләргә кәрәк, балаларҙы мәғариф учреждениеларына йөрөтөргә кәрәк. Беҙ инвалидтарға бит эш табыуы ҡыйын. Бында - махсуслаштырылған предприятие.

Гөлнара Рәхмәтуллина, Предприятие хеҙмәткәре

Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡтағы уҡытыу-производство берекмәһе 1953 йылдың апрелендә ойошторола. Ваҡытында бында ете йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Әммә һуңғы йылдарҙа ойошма бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле, хеҙмәткәрҙәр һаны алтмышҡа тиклем кәметелә. Улары ла 31 майға тиклем генә эшләй. Штат тулыһынса ҡыҫҡартыла.

Бар бәлә - предприятиеның банкротлыҡ хәлендә булыуында. Әле урында "тышҡы идара итеү" процедураһы бара. Төп кредитор булараҡ федераль һалым хеҙмәте сығыш яһай. Билдәле булыуынса, ойошманың дөйөм бурысы егерме миллион һум тирәһе

Алдымда предприятиеның түләү һәләтен тергеҙеү бурысы тора. Банкротлыҡтың әлеге процедураһы ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала. "Тышҡы идара итеү" киләһе йылдың мартына тиклем дауам итәсәк. Тиҙҙән кредиторҙар йыйылышы үтәсәк, унда был процедура ваҡытын тағы ла оҙайтыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.

Вадим Пашков, Тышҡы идарасы
Башбат

Май аҙағында штаттың тулыһынса ҡыҫҡартылыуына бәйле, предприятиела сираттағы йыйылыш уҙғарылды. Осрашыуҙа ҡала хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. һөҙөмтәлә тышҡы идарасыға эш хаҡы тотҡарланыуына бәйле предприятие буйынса тулы финанс отчет әҙерләргә ҡушылды. Шулай уҡ күпме кеше килешеү буйынса ойошмала эшләүен дауам итәсәк?! "Мөмкинлектәре сикләнгәндәр урамда тороп ҡалырға тейеш түгел",-тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары үҙ сығышында.

Был ҙур проблема. Белеүегеҙсә, предприятие "Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте"нә ҡарай, уның етәкселәре Мәскәүҙә. Әле бәйләнешкә сығырға тырышабыҙ. Тап улар ойошманың киләһе эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирергә тейеш

Юрий Тротт, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Ваҡытында Стәрлетамаҡтағы был предприятиела ҡаҙағын да сүкейҙәр, респираторын да тегәләр, етештерелгән тауар ассортименты егерменән ашыу була. Бөгөн дә был йүнәлештәге эште тергеҙергә мөмкин. Иң мөһиме, сеймал булһын һәм хеҙмәт хаҡы түләнһен.

Гальваника, термо эшкәртеү ҡоролмалары бар. Эшсе ҡулдар етерлек - йүгереп килергә генә торалар.

Кәмәриә Рәхимова, Предприятие хеҙмәткәре

Ҡасандыр гөрләп торған производство яңы һулыш алыр тигән ышаныс йәшәй эшселәрҙә. Шарттар ҙа бар. Предприятие майҙаны буйынса ҙур, уның буш биналары әленән үк төрлө ойошмаларға ҡуртымға бирелә башлаған. Был да финанс хәлде нисек тә булһа яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ