Республикала атаһы 14 йәшлек улына балта ташлаған

Был хәл Ҡырмыҫҡалы районында теркәлә. Ир 14 йәшлек улының башына балта ташлаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре осраҡ буйынса тикшереү эше алып бара.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, атаһы улы торған яҡҡа балта ташлаған. Бер нисә көндән һуң ғына үҫмер егетте дауаханаға оҙаталар. Табиптар, ауыр йәрәхәттәр барлығы тураһында белдерә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре осраҡ буйынса тикшереү эше алып бара, уның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Интернет.