Башҡортостанда «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла

«Һуңғы ҡыңғырау» көнө сауҙа нөктәләрендә алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ. Башҡортостан биләмәһендә 25 май көнө спиртлы эсемлектәр һатҡан магазиндарға яза ҡаралған.

Билдәләп үтергә кәрәк, был көндө спиртлы эсемлектәр һатырға тыйыу профилактик маҡсатҡа эйә. Шулай уҡ, үҫеп килгән быуынды дөрөҫ тәрбиәләүгә лә йоғонто яһаясаҡ. Бындай сара, тәү сиратта, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән.

Хоҡуҡ боҙоу өсөн етәкселәр 20 мең һумдан алып 40 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк. Юридик шәхестәргә 100 000 һумдан алып 300 000 һумға тиклем яза ҡаралған. Бынан тыш, пролукция тартып алынасаҡ.

Фото: Интернет