Республикала еңел автомобиль яғыулыҡ ташыған машина менән бәрелешә

Туймазы районында Ҡандракүл күле янында еңел автомобиль бензин ташыусы машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, ғаилә зыян күрә.

Мәғлүм булыуынса, йөк машинаһы һуңға боролған саҡта, уның артынан килгән «Лада Ларгус» автомобиле килеп төкөй. Билдәле булыуынса, еңел автомобиль ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм боролорға ниәтләгән йөк машинаһы менән бәрелешә.

Һөҙөмтәлә, водитель, шулай уҡ ике пассажир һәм бер бала зыян күрә. Ауыр тән йәрәхәттәренән баланы махсус хәүефһеҙлек креслоһы ҡотҡарып ҡала. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана.