Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле миҙгелде яба

24 майҙа «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле күләмле сара ойоштора. Сара миҙгел ябыу айҡанлы үтәсәк.

Тамашасыларҙы бай һәм ҡыҙыҡлы программа көтә. «Мираҫ» ансамбле – республиканың мәҙәни йондоҙо. Билдәләргә кәрәк, ансамбль бер нисә тапҡыр Франция, Швейцария, Венгрия һәм башҡа илдәрҙә республика намыҫын яҡлап, сығыш яһай. Ҡала мәҙәниәт йортонда үтәсәк концертта тамашасылар иғтибарына яңы сығыштары әҙерләнгән.

Программа сиктәрендә башҡорт, рус, татар, америка вокал-хореография сығыштары, йыр һәм бейеүҙәр башҡарыласаҡ. Башлана 19:00 сәғәттә.