Башҡортостанда йәшәүсе ир лотореяла 83 миллион һум күләмендә аҡса отҡан

Башҡортостанда йәшәүсе бәхетле лоторея билетына эйә була. Был хаҡта «Гослото»ноң рәсми сайты хәбәр итә.

Фото №1 - Башҡортостанда йәшәүсе ир лотореяла 83 миллион һум күләмендә аҡса отҡан

Бәхетле ир кеше лотореяла 83 миллион һум күләмендә аҡса ота. Туймазыла йәшәүсе ир уҙған шишәмбе, 15 май көнө, бәхетле билетты ике йөҙ һумға һатып ала.

Лотореяны ойоштороусолар билдәләүенсә, һуңғы аҙнала ғына Туймазы кешеһе дүртенсе мультимиллионер. Ошо көндәрҙә генә Тверь өлкәһе, Норильск һәм Тулала йәшәүселәр бер нисә миллион һум күләмендә аҡса отоп, ҡыуанған.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ