Әлеге ваҡытта республиканың бар райондарында яҙғы баҫыу эштәре дауам итә. Иглин районы аграрийҙары алдында быйылғы йылда ун мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Майҙандың өстән бер өлөшөнә сәселгән дә инде.
Бөгөнгө көнгә күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу һәм тырматыу эше тамамланған, шулай уҡ, дым ҡаплау ҙа йөҙ процентҡа үтәлгән.
Иглиндәр сәсеү ваҡытында элиталы орлоҡтар ҡуллана. Мәҫәлән, агротехник талаптарҙы үтәп сәскәндә, «Эскадо» сортынан гектарынан илле центнер уңыш алырға мөмкин.
Автор: Әнәс Вәлиуллин




