Республика халҡына ата-әсәләренә шылтыратырға кәңәш итәләр

Бөгөн, 16 май, төбәктә «Ата-әсәйеңә шылтырат» акцияһы уҙа. Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, донъя мәшәкәттәренән арынып, яҡындарыңа ваҡыт бүлергә саҡыра. Ведомтсвола ағымдағы аҙнаны ғаилә аҙналығы тип иғлан иттеләр.

Фото №1 - Республика халҡына ата-әсәләренә шылтыратырға кәңәш итәләр

Министерствола, шулай уҡ, «Ғаилә изгелеге бумерангы» акцияһының дауам итеүе хаҡында белдерәләр. Сара күп балалы ғаиләләргә кейем-һалым, балалар кәрәк-яраҡтары менән ярҙам күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла. Тауарҙар республиканың һәр район-ҡалаһының «Ғаилә» үҙәге филиалдарында ҡабул ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ-ара ғаилә көнөндә ғаиләле хеҙмәткәрҙәргә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡарҙы.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ