Июнь айында Башҡортостан халҡы 11 көн ял итәсәк

Байрамдар сәбәпле, рсепублика халҡы июнь айында ун бер көн ял итәсәк. Рәсәй көнө байрамы уңайынан, урындағыларҙы оҙайлы ялдар көтә. Был хаҡта республиканың Хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

12 июнь Рәсәй Федерацияһы көнө билдәләнә. 15 июнь иһә Ураҙа байрамы уңайынан ял көнө тип иғлан ителә.

Быйыл Рәсәй көнө шишәмбегә тура килә. Шуға күрә 9 июнь, шәмбе ял көнөн, дүшәмбе 11 июнь көнөнә күсерәләр. Рәсәй көнө байрамы уңайынан, өс көн- 10, 11, 12 июнь ял көндәре тип иҫәпләнә.

Ике көндән һуң, республика халҡы Ураҙа байрамын билдәләйәсәк. Мосолман байрамы 15 июнгә, йомаға тура килә. Биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда, төбәктә йәшәүселәр тағы ла өс көн дауамында, 15 июндән алып 17 июнгә тиклем, ял итәсәк. Эш көнө ваҡыты 9 һәм 14 июндә бер сәғәткә ҡыҫҡарасаҡ.