Бөгөн тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Ҙур ҡалаларҙың сүп-сарға өйөмөнә батып барыуынан тыш, бәләкәй ауыл-ҡалалар ҙа экология проблемаһы актуаль булып ҡала.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йылға-күл буйҙарында, шулай уҡ, урман-ҡырҙарҙа сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килә. Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән өйөмдәрҙе бөтөрөү, тәбиғәтте таҙартыу-беҙҙең төп бурысыбыҙ. Сөнки сүп-сарҙар ағыулы матдәләр бүлеп сығара.
Ҡый һәм ҡалдыҡтарҙы махсус урындарға ғына ташлау мотлаҡ. Юғиһә, сүп-сар өйөмө төрлө сирҙәр һәи инфекциялар таратыу урынына әүереләсәк. Бындай сүп өйөмдәрен таҙартыу эше дауам итәсәк.




