18 майҙа балалар ижады үҙәге ижади фестиваль ойоштора. Программа сиктәрендә уйындар һәм конкурстар үткәреү күҙаллана.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, асфальтта һүрәттәр төшөрөү ҙә ойоштороласаҡ. Сараға килеүселәр, шулай уҡ, һынлы сәнғәт күргәҙмәһен ҡарай ала. Бынан тыш, сувенирҙар эшләү буйынса мастер-класс үтәсәк.
Фестиваль сиктәрендә үҙәктең балалар коллективының отчет концерты уҙасаҡ. Башлана 17:00 сәғәттә. Сара Октябрь проспекты, 33 адресы буйынса үтә.
Фото: Интернет




