Төбәктә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар 29 йәштән һуң күберәк бала табалар

Башҡортостанда ағымдағы йылдың һуңғы өс айында 10 742 сабый тыуа, шул иҫәптән 5593 ир һәм 5149 ҡыҙ бала. Республиканың социаль страховкалау фонды тыуым буйынса ошондай статистика килтерҙе.

Фото №1 - Төбәктә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар 29 йәштән һуң күберәк бала табалар

Башлыса, 29 йәштән алып 34 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙар бала таба. Уларҙың 40 процентында сабый икенсе бала булып донъяға килгән, 16 процентында иһә- өсөнсө һәм унан һуңғы балалар.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, уҙған йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда, 22,5 процентҡа игеҙәктәр һаны артҡан, быйыл игеҙ балалар һаны 129-ҙы тәшкил итә. Өс ғаиләлә бер юлы өс сабый донъяға килгән. Башлыса, балалар шаршамбы көнө тыуа.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ