Башҡортостан прокуратураһы район-ара һалым инспекцияһы хеҙмәткәренең 18 миллион һумға ярашлы мөлкәтен тартып алған. Ҡатын күрһәтелгән килеменә бындай мөлкәтте һатып ала алмай, тип хәбәр итә төбәк прокуратураһы.
Асыҡланыуынса, Гөлнара Рожкова Өфөнөң «Айгөл» биҫтәһендә өс фатир һәм «Грин парк» комплексында өс бүлмәле торлаҡ һатып ала. Дөйөм торлаҡ хаҡы барлығы 18 миллион һум тәшкил итә. Яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн, ҡатын был мөлкәттәрҙе әсәһенең исеменә яҙҙыра.
Шулай уҡ, Рожкова биш йыл дауамында дәүләт власе вәкиле функцияларын үтәүсе хеҙмәт урындарын биләй алмай.
Законға ярашлы, дәүләт хеҙмәткәренең мөлкәте рәсәй ҡаҙнаһына тапшырыласаҡ.




