Башҡалала «Изге эштәр» акцияһы сиктәрендә Менделеев урамындағы урманды таҙарттылар

15 майҙа ирекмәндәр экологик өмәлә ҡатнашты. Тиҫтәнән ашыу кеше акцияла ҡатнашып, Менделеев урамындағы урманды сүп-сарҙан таҙартты.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акцияға 49-сы һанлы мәктәп уҡыусылары тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Сарала ҡатнашыусылар башҡарған эштәренән ҡәнәғәт ҡала. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 77 тоҡ сүп-сар йыйыла.

Билдәләргә кәрәк, ошондай уҡ экологик өмә 20 майҙа ойоштороласаҡ. Йыйылыу урыны: «Трамплин» туҡталышы, башлана 11:00 сәғәттә. Акция май аҙағынаса дауам итәсәк.