Башҡортостанда пациенттың сабыйы үле килеш тыуыуҙа ғәйепләнгән табип хөкөм ителәсәк

Иғтибарһыҙлығы арҡаһында пациенттың һаулығына зыян килтергән табип хөкөм алдында яуап бирәсәк. Акушер-гинекологты ғәйепләү буйынса тикшереү эше тамамлана.

Фото №1 - Башҡортостанда пациенттың сабыйы үле килеш тыуыуҙа ғәйепләнгән табип хөкөм ителәсәк

Республиканың тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылдың октябрендә Нефтекама ҡала дауаханаһына йөклө ҡатын килтерелә. Табип пациентты тейешле рәүештә медицина тикшереүе үткәрмәй, күҙәтеү аҫтына ала алмай. Был, ваҡытында саралар күрергә мөмкинлек бирмәй һәм 17 октябрь көнө сабый үле килеш донъяға килә.

Сабый әсә ҡарынында, һауа етмәү сәбәпле, үле килеш тыуа. Үҙ сиратында, акушер-гинеколог тәжрибәле табип була. Енәйәт эше судҡа тапшырыла.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ