Стәрлетамаҡ районында 7 гектар майҙанда үлән яныу сәбәпле, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ярты меңдән ашыу ғаиләнең ер участкалары ут эсендә ҡала. Милекселәр билдәләүенсә, урында юлһыҙлыҡ проблемаһы булыуы янғын һүндереүселәрҙең эшен ҡатмарлаштырған.
Ҡужаевтар ғаиләһе төҙөй башлаған йортто ялҡын урап үтә. Өй-ҡаралтыға тиклем егерме-утыҙ метр арауыҡ ҡына ҡала. Юғиһә, миллион һумдан ашыу зыян күрелер ине. Стәрлетамаҡ районының Любажи ауылындағы ер участкаларында ҡоро үләндең күп булыуы, көслө ел уттың таралыуына юл аса. Ете гектар майҙан ҡара көлгә күмелә. Мөлкәтте һаҡлап ҡалыр өсөн янғынға ҡаршы алдан күрелгән профилактик саралар Ҡужаевтар ғаиләһен бәләнән аралай ҙа инде.
Любажиҙағы ете йөҙ ер участкаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бүленгән. Әле бында ҡоро ялан ғына тиергә мөмкин. Төҙөлөш башлаусылар һирәк. Участкалар бер нисә йыл инде ҡарауһыҙ тора. Әйткәндәй, үлән яныу сәбәпле, күптәрҙең вагончиктары, кәртәләре, буралары яна.
Ер участкалары хужалары килеп, бәлки, урында ҙур өмә лә ойошторор ине. Әммә юл ябыҡ булыуға һылтаналар. Бер яҡтан баҫыу, ауыл хужалығы етәкселеге техника менән тура юлдан үтергә рөхсәт итмәй. Аңларға була, иген культураларына зыян киләсәк . Тағы ла бер юл бар - әммә йылға аша һалынған күпер үтерлек түгел. Унда ла йоҙаҡлы сынйыр тора.
Любажи ауылына йылға аша илткән тура юл күптән һалынған. Әммә күпер тик уны төҙөүсеһе өсөн генә асыҡ, күрәһең. Ул бында яҡында төҙөлөш эштәрен алып бара. Махсус техника үтһен өсөн үҙенә йылға аша юл ярған. Башҡалар өсөн ул ябыҡ.
Күпер һалыусы шунда уҡ аҡлана ла башланы - йәнәһе лә, теге яҡ ярҙа йәшәгән ауыл халҡы Любажиға күпләп машина йөрөйәсәк тип хәүефләнә һәм йылға аша юлды асмаҫҡа ҡушҡан. Ә шулай ҙа ер участкалары хужалары трассаға ҡайҙан сығырға тейеш?! Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡскатында әле Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хакимиәттәре етәкселеге тарафынан юл картаһы төҙөлә.
"Юлы булһа, урында төҙөлөш тә гөрләп торасаҡ,"-ти урындағы ер участкалары хужалары. Любажиҙа киләсәктә ете йөҙҙән ашыу ғаилә йәшәйәсәк, Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын урынлашҡан биләмәлә инфраструктура ла тиҙ үҫеш алыр тип көтөлә.




