"Башнефть" бензин ҡойоу станцияларында йәнә яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелде

Был юлы бензиндың литры 30 тингә ҡиммәтләнеүе йола буйынса шәмбегә түгел, ә аҙна уртаһына тура килде.

Шулай итеп бөгөндән водителдәр араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған АИ-92 яғыулығы 38 һум 80 тин тора. Май башында ғына ул 90 тингә осһоҙораҡ ине. Ҡалған маркаларға килгәндә, АИ-92 "Атум" өсөн хәҙер автоһәҫкәрҙәр 39 һум 40 тин, АИ-95 "Атум" менән ҡулланыусылар 41 һум 50 тин, ә бына дизель яғыулығы өсөн 41 һум 80 тин түләргә мәжбүр.

Белгестәр фаразлауынса, хаҡтың артыуы бының менән генә сикләнмәй. Сөнки быйыл июлдә яғыулыҡҡа булған акциздың тағы ла күтәрелеүе көтөлә. Шулай итеп ағымдағы йылда ил бюджеты өҫтәмә рәүештә 40 миллиард һумға тулылыныр тип көтөлә. Был аҡсалар Ҡырым, Алыҫ Көнсығыш һәм Калининградтың инфрастуктура объекттарын финанслауға йүнәлтелә. Әйткәндәй, кисә иң күләмле объекттарҙың береһе һаналған Ҡырым күпере файҙаланыуға тапшырылды. Иң тәүҙә 19 километр оҙонлоғондағы ҡоролманан йөк автомобилендә Рәсәй Президенты Владимир Путин үтте. Бөгөн Керчь боғаҙындағы күпер ике йүнәлештә лә тәүге автомобилдәр һәм байкерҙарҙы ҡабул итте.