Янғын, ер ишелеүе, юл аварияһы һәм һыу өҫтөндә бәхетһеҙ осраҡ

Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре оҫталыҡҡа һынау тотто. Ведомствола барлыҡ дежур бүлексәләрҙе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса аттестациялау ойошторолдо. Һынау һөҙөмтәләре ысынбарлыҡҡа яҡынайтылғайны.

Фото №1 - Янғын, ер ишелеүе, юл аварияһы һәм һыу өҫтөндә бәхетһеҙ осраҡ

Янғын хәүефһеҙлеге этабында ҡотҡарыусыларға төтөн эсендә ҡалған бинаны тикшереү һәм зыян күреүселәрҙе сығарыу бурысы ҡуйылды. Ҡуйы төтөн урынына битлектәр аҡ ҡағыҙ менән ҡапланды. Хеҙмәткәрҙәр ысын мәғәнәһендә тирә-яҡты ҡапшап ҡына үтә алды. Һыу инеү миҙгеле алдынан һыуға батыусыларға ярҙам итеү алымдары ла иҫкә төшөрөлдө. Ҡуйылған мәсьәләләрҙе Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре теүәл үтәне.

Автор: Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ