Башҡортостанға Ҡытайҙың Цзянси университеты уҡытыусылары килде.
Уҡыу йорто традицион һәм классик алымдар буйынса медицина белгестәре әҙерләй. Беҙҙең Башҡорт дәүләт медицина университеты делегацияһы ла Ҡытайға барып уларҙың медициналағы төрлө яҡлы тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтты. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында ШОС, Брикс саммитарында килешелгән. Ҡытайҙар бөгөн Өфөләге белем биреүсе симуляция үҙәгендә булып уҡытыу технологиялары менән танышты. Киләһе уҡыу йылында бер семестрға студенттар менән алмашыу күҙаллана.




