Башҡортостандың иң көньяҡ нөктәһе билдәләнде.
Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылына яҡын урында республиканың көньяҡ сиген билдәләүсе стела ҡуйылды. Ул Башҡортостан менән Ырымбур сигендә урынлашҡан. Эргәһенән генә Ҡыуандыҡтағы тимер юл станцияһына илтеүсе юл үтә. Иҫтәлекле сарала район халҡы, Рус-география йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Быға тиклем Башҡортостандың иң төньяҡ нөктәһендә - Яңауыл районында һәм көнбайыш сиктә - Баҡалы районында стелалар асылды. Сарала ҡатнашыусылар киләсәктә Учалы районында- көнсығыш сиктә ошондай билдә ҡуйырға һөйләшеп килеште.




