"Бәндәбикә" автосәйәхәте

"Бәндәбикә" ҡатын-ҡыҙҙар автоуҙышы ҡатнашыусылары бөгөн Баймаҡ районына килеп етте. Улар Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәстә Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә сәскәләр һалып, уның рухына аят бағышланы. Шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Темәс башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк менән танышты.

Фото №1 - "Бәндәбикә" автосәйәхәте

Беренсе тапҡыр ойошторолған сара быйыл Халыҡ-ара ғаилә көнөндә старт алды. Республиканың баш ҡалаһында башлаған сәйәхәттә ҡатнашыусыларҙы иң тәүҙә Әбйәлил районы ҡабул итте. Улар Ташбулат һәм Асҡар ауылдарында ойоштороған йәнле осрашыуҙарҙа сығыш яһаны. Гүзәл заттар шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын мәңгеләштергән һәйкәлдәргә сәскә гөлләмәләре һалды. Район мәҙәниәт йортонда өлгөлө ғаиләләр тәбрикләне. Улар араһында Әбделғәзе ауылынан алты бала тәрбиәләүсе Исхаҡовтар ҙа бар.

Сарала йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән бергә табиптар, юристар, психологтар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Дүрт көнлөк автосәйәхәт барышында төрлө осрашыуҙар, ултырыштар ғына үтеп ҡалмай, ә белгестәр ҡабул итеүҙәр ойоштора һәм граждандарға тейешле ярҙам күрһәтәсәк. Ошондай хәйриә акцияһын уҙғарыуҙың тағы бер маҡсаты - халыҡты арҙаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары менән таныштырыу. Шуға ла автосәйәхәт тә Бәндәбикә тип аталған.

Бәндәбикә ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо легендар шәхестәренең береһе. Ул бөтә булмышы менән башҡортлоҡто алға һөйрәгән.

Лениза Сәғәҙиева, Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе

Беҙҙең проект ғаилә йылының халыҡ-ара ғаилә көнөндә старт алды, сөнки ҡатын-ҡыҙ ул ғаилә усағының төп гөрләтеүсеһе, донъя тотҡаһы. Шуға күрә киләсәктә лә ғаилә институтын үҫтереүҙә эштәр эшләргә уйлайбыҙ.

Гөлнур Ҡолһарина, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ