Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Ғаилә көнөнә арналған байрам үтте. Унда оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар тәбрикләнде, балалар коляскалары һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙҙарының милли кейемдәре парады һәм башҡа төрлө саралар ойошторолдо.
Ғаилә йәмғиәттең нигеҙе. Ул ни тиклем нығыраҡ булһа, дәүләтебеҙ киәләсәге лә ышаныслы була. Республикала Халыҡ-ара Ғаилә көнө уңайынан иғлан ителгән Ғаилә аҙналығын Баймаҡ районы вәкилдәре лә дәррәү күтәрҙе.
Ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған байрамға олоһо ла кесеһе лә күпләп килде. Сарала оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән, күп бала тәрбиәләгән, өлгәлө ғаиләләр тәбрикләнде. Йәштәр балалар коляскалары парадына сыҡты. Шулай уҡ милли кейемдәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары парады ,”Атай ,әсәй, мин -спорт ғаиләләре” конкурсы, ижади күргәҙмәләр һәм сағыу концерт байрамға бермә-бер йәм өҫтәне.
Оҙаҡ бергә йәшәүҙең сере – татыулыҡта.
Йәш ата-әсәләр коляскалар парадына ентекле әҙерләнгәйне. . Баймаҡ ҡалаһынан Исхаҡовтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Коляскалар парадында ҡатнашырға улар күптән хыялланған. Ниһайәт, уларҙың теләге тормошҡа ашты.
Байрам кискәсә дауам итте. “Ирәндек” кинотеатрында ғаилә көнө уңайынан ял һәм күңел асыу кисәһе үтте. Байрамда ҡатнашыусылар тормошобоҙ нигеҙе булып торған ғаилә усаҡтарының киләсәктә лә һүнмәүен, арабыҙҙа күркәм ғаиләләр күберәк булыуын теләне.




