Өфө "Нур" татар дәүләт театрында премьера. Ижади коллектив Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса "Ҡояшлы яҡҡа сыҡ" әҫәре сәхнәләштергән. Заман йәштәренең тормошон, эске кисерештәрен сағылдырыусы әҫәрҙең жанры ла үҙенсәлекле. Ул лирик анекдот тип билдәләнгән. Ҡуйыусы режиссер Байрас Ибраһимов йәштәр донъяһын яҡшы белгән Мөнир Ҡунафиндың әҫәренә заманса яңғыраш та өҫтәгән.
Cармат, Федя, Паша... өс егет, өс таған яҙмышы... Егеттәрҙең береһе һәләкәткә осрап инвалид коляскаһында ултыра. Ул тормоштан туйған. Коляскала хәрәкәтһеҙ ултырған егеттең йән дуҫтарынан башҡа һыймаҫлыҡ үтенесе бар. Ул үлергә теләй. Йәштәр тормошондағы мажаралы хәл-ваҡиғаларҙа Мөнир Ҡунафин әйтеп бирә алған тәрән фекер бар. " Ҡояшлы яҡҡа сыҡ" тип исемләнгән сәхнә әҫәрендә юмор һәм тормоштағы әсе дөрөҫлөк тә ярылып ята.




