Ботаника баҡсаһында япон сейәһе 2001 йылда ултыртылған булған. Ошо ваҡыт эсендә ҡыуаҡлыҡтың бейеклеге өс метрға еткән.
Ғәҙәттә, сакураның таждары апрель аҙағында уҡ асыла, әммә быйыл яҙ һуң килеү сәбәпле, ул әҙ генә һуңлаған. Баш ҡалала йәшәүселәрҙе ул үҙенең хуш еҫе менән кәмендә тағы ла бер аҙна һөйөндөрәсәк.




