45-се тапҡыр ойошторолған слет-фестиваль балаларҙың юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән 250-нән ашыу уҡыусы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен тикшереү менән бер рәттән, тәүге ярҙам күрһәтеү һәм велосипедта оҫта йөрөүҙә ярышты.
Иң күп мәрәй яулаған командалар ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды. Күсмә Кубокты сираттағы тапҡыр Ишембай районы балалары яуланы.




