Юбилей кисәһе

Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров юбилей кисәһен уҙғарҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнә оҫтаһының ижадын һөйөүселәр актер ҡуйған һәм уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр, ҡыҙыҡлы сәхнәләштереүҙәр ҡараны. Тамашала уның ижадташ дуҫтары ла сығыш яһап, музыкаль күстәнәстәрен бүләк итте.

Фото №1 - Юбилей кисәһе

Алмас Әмировты коллегалары яуға оҙатҡандай, илле йәшенә оҙатты. Алтын юбилейын ҡаршылаусы талант эйәһе, әлбиттә, быға ҡаршылашты. Ҡырҡтағы тиҫтерҙәренән бер ҙә айырылғыһы килмәй. "Ваҡыт тигәнең күҙ асып йомған арала үтеп тә китә икән,"-тине ул бер аҙ шаяртып тамашасыларға. Ғүмеренең яртыһы ла тап ошо сәхнәлә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән. Ошо ваҡыт эсендә ул Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәгә республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Бөтә түбәләргә үҙ тырышлығы, ижады һәм тормошҡа ҡарашы менән яулай. Уның бик шәп ғаиләһе: улы, ҡыҙы һәм ҡатыны шулай уҡ танылған актриса. Минең уйлауымса ул бик бәхетле кеше бөгөнгө көндә.

Олег Ханов, М. ҒАФУРИ исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе

Сәнғәт минең өсөн йәшәү рәүеше. Әлбиттә тамашыслар, улар беҙҙән көс ала, ә беҙ уларҙан. Шунда яҡшы бәйләнеш иң мөһиме минең өсөн.

Алмас Әмиров, Башҡортостандың халыҡ артисы

Алмас Әмировты юбилейы менән ҡотларға яҡташтары - учалылар ҙа килгәйне. Шулай уҡ ижадташ дуҫтары, курсташтары ла уға сәхнәлә изге теләктәрен еткерҙе. Талант эйәһенә Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары ла тапшырылды. Уңыш артынан уңыш. Әйткәндәй, артист сирек быуат эсендә генә йөҙҙән ашыу роль башҡарып өлгөргән

Тамашасы уны бик ярата. Спекталдәргә лә уны ҡарарға киләләр.

Азамат Ғафаров, Башҡортостандың халыҡ артисы

Алмас Әмировтың юбилей кисәһендә көлмәй ултырыу мөмкин түгел ине. Арбай белә ул тамашасыны. Ҡарашы, һүҙе менән кешенең йөрәгенә, күңел ҡылдарына үтеп инә.

Алмас ныҡыш кеше тормошта ла, сәхнәлә лә. Роль өҫтөндә эшләһә, ул көнө-төнө эшләй, бөтөн ғаилә менән уға кәңәш бирәбеҙ. Ғаилә өсөн үҙенең бөтә булмышын бирергә әҙер, шуға беҙ уның менән мөхәбәттә йәшәбеҙ.

Гөлнара Әмирова, Алмас Әмировтың ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Башбат

Байрам тамашаһы бер тынала үтте. Алмас Хәҙис улы алтын юбилейында көлдөрҙө лә, илатты ла, бейетте лә... Әммә иң мөһиме сәхнә оҫтаһы тағы ла яңы образдары менән ҡыуандырырға вәғәҙәләне.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ