"Бирешмә" сериалында ҡатнашыусылар церебраль фалиждан интеккән Руслан Шәрәфетдиновҡа ярҙам итеү маҡсатында хәйриә концерты уҙғарҙы.
Үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән фильмада төп ролдәрҙә йәш йондоҙҙар Гәлсәр Байғусҡарова, Гөлгөнә Баһауетдинова, Хәйҙәр Вәлиев, һәм Данир Ғимаҙиев башҡарҙы. Телесериалда балаларҙың шәхес булып формалашҡан сағындағы барлыҡ уй-хыялдары, эске кисерештәре, маҡсаттары сағылыш тапҡан. Йәғни, музыкант булырға теләгән балаларына ата-әсәләре нефтсе, хоҡуҡ йәки иҡтисад белгесе булырға ҡуша. Һөҙөмтәлә 5 йәштән йыр-моң менән шөғөлләнә башлаған үҫмерҙәр альбом сығарып, ата-әсәләренә үҙ һайлауҙарының нигеҙле булыуын дәллиләй.
Фильмда төп геройҙың һеңлеһе церебраль фалиждан интегә. Үҫмерҙәр ҡыҙҙы дауалауға аҡса йыйыр өсөн хәйриә концерты ойоштора. Йәштәр тормошта ла изге күңелле һәм тик яҡшылыҡҡа ынтыла. Ғафури районында йәшәгән тиҫтерҙәре Русланға ла ярҙам кәрәк булыуын ишеткәс, улар сериалдағы акцияны йәнә ҡабатларға була. Хәйриә концертынан йыйылған аҡса Руслан Шәрәфетдиновҡа дауалау курсын үтеүгә йүнәлтеләсәк.




