Башҡортостан Прокуратураһы 18 майҙа "ҡыҙыу бәйләнеш" ойоштора. Ведомство хеҙмәткәрҙәре өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙан шылтыратыуҙар ҡабул итәсәк.
Шулай уҡ, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар прокуратура хеҙмәткәрҙәренә мөһим мәсьәләләр буйынса ла мөрәжәғәт итә ала. Был, торлаҡты ваҡытында тапшырмау һәм законһыҙ төҙөлөш осраҡтарының йышайыуына бәйле.
Прокуратура РФ-тың Конституцияһы үтәлешен күҙәтеү функцияларын үтәй. 18 май 09:30 сәғәттән 12:30 сәғәткә тиклем 276-37-41 телефон һандары буйынса граждандарҙан шылтыратыуҙар ҡабул ителәсәк.




