Башҡортостанда "Һаулыҡ көндәре" акцияһы уҙасаҡ

Башҡортостанда 21 майҙан 25 майға тиклем "Һаулыҡ көндәре" акцияһы үтәсәк. Сараны республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика кардиология үҙәге ойоштора. Тикшереүҙе ололар ҙа, балалар ҙа үтә ала.

21 майҙан 25 майға тиклем бар поликлиникаларҙа һәм Һаулыҡ үҙәктәрендә асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәре артериаль баҫымды, ауырлыҡты, буйҙы үлсәйәсәк һәм граждандарҙа йөрәк-тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеү хәүефен асыҡлаясаҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре организмды нығытыу буйынса кәңәш тә бирәсәк.

Сараны ойоштороусолар күсмә Һаулыҡ үҙәген ҡулланасаҡ. Бындай үҙәктәрҙә 24 май сәғәт ун икенән алтыға тиклем Өфөнөң В.И. Ленин ис. паркында граждандар үҙ һаулыҡтарын тикшертә ала. Шулай уҡ "Тәмәке урынына алма" , "Кардиолог менән маршрут" акциялары ла ойоштороласаҡ. Бынан тыш, был көндәрҙә йөрәк-тамыр ауырыуҙарын профилактикалау маҡсатында, табиптар өсөн ғилми конференциялар, күсмә һәм телемедицина семинарҙары үтәсәк.

Фото: Интернет.