Башҡортостанда күп функциялы үҙәктәрҙә сит ил паспортын һәм водитель таныҡлығын бирә башлаясаҡтар

Башҡортостанда күп функциялы үҙәктәрҙең барлыҡ офистарында ла сит ил паспортын һәм водитель таныҡлығын алырға мөмкин буласаҡ. Был хаҡта ведомствоның рәсми сайтында күрһәтелә. Ғаризалар, бөгөндән, 17 майҙан, ҡабул ителә.

Документтарҙы йәшәү урыны буйынса тапшырған осраҡта, сит ил паспортын бер айҙан алырға мөмкин, ә йәшәгән урын буйынса-дүрт айҙан әҙер була. Дәүләт серенә һәм мөһим мәғлүмәттәргә эйә булған граждандарға документ алыр өсөн өс ай ваҡыт кәрәк буласаҡ. Водитель таныҡлығы 15 көн эсендә әҙер була.

Күп функциялы үҙәктең матбуғат хеҙмәте граждандарҙы ҡабул итеүгә алдан яҙылырға кәңәш итә. Быны дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сайты аша эшләргә була. Шулай уҡ, алдан яҙылыу контакт-үҙәк аша ла башҡарыла.

Фото: Интернет