Республикала янғында ике кеше һәләк була

Учалы районында сыҡҡан янғында ике кешенең ғүмере өҙөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1:45 сәғәттә янғын сыға, ваҡиға урынына ун берәмек махсус техника һәм 23 ҡотҡарыусы ебәрелә. 03:45 сәғәткә ут һүндерелә.

Учалы районының Сөләймән ауылында ағас йортҡа ут ҡабына. Янғын һүндереүселәр килгән ваҡытта, 80 метр квадрат майҙанды ут ялмап алған була.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғында 60 йәшлек ҡатын менән 57 йәшлек ир һәләк була. Ваҡиға урынында тикшереү эше алып барыла, уның сәбәптәре асыҡлана.