Башҡаланың Зенцов урамында ремонт эштәре башланды

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә Зенцов урамы төҙөкләндерелә. Урамдың оҙонлоғо 1180 метр. Бында төҙөкләнлереү эштәре бынан егерме йыл элек башҡарылған, шуға күрә юлдар ремонтҡа мохтаж.

Зенцов урамында йәшәүселәр бер нисә тапҡыр юлды төҙөкләндереүҙе һорап, мөрәжәғәт итәләр.Ремонт эштәре ваҡытында яңы асфальт ҡатламы һалынасаҡ. Бынан тыш, тротуарҙар төҙөкләндереләсәк һәм юл билдәләре ҡуйыласаҡ. Әле әҙерлек эше башланған-асфальттың иҫке ҡатламы алына. Асфальт һалыу июнь айына ҡаралған.

Ағымдағы йылда 52 урамда ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Проекттың һөҙөмтәһен һәр кем асыҡ күрәсәк, сөнки программа юл сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән.