Өфөлә пенсионерҙар араһында ҡала Спартакиадаһы уҙасаҡ

19 майҙа оло йәштәгеләр спорт сараһында ҡатнашасаҡ. Спортсылар ярыштың район этабы һөҙөмтәләре буйынса һайлап алына.

Фото №1 - Өфөлә пенсионерҙар араһында ҡала Спартакиадаһы уҙасаҡ

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, спортсылар еңел атлетикала, йөҙөү, теннис, атыу, шахмат, дартс буйынса үҙ көстәрен һынаясаҡ. Шулай уҡ, скандинавия хәрәкәте буйынса ала ярыш үтәсәк. Еңеүселәр грамоталар, бүләктәр тапшырыласаҡ. Иң яҡшылары республика кимәлендә сығыш яһаясаҡ.

Билдәләп үтергә кәрәк, спорт сараһы икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Уҙған йылда Өфө ҡалаһы йыйылма командаһы республикала еңеүгә өлгәште. Шулай уҡ, Бөтә Рәсәй этабында ла уңышлы сығыш яһай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ