Башҡортостан егете Рөстәм Әмиров Лхоцзе бейеклегенә артылған саҡта, һәләк була. Альпинист бынан бер ай элек Непалға юлланғайны. Тауға ул сит ил коллегалары менән бергә артыла.
Эверестҡа артылыу-еңелдән түгел. Шуға күрә, Рөстәм быға ныҡлы әҙерләнә. Альпинист менән һуңғы видеола ул үҙенең хис-тойғолары менән бүлешә. Белдереүенсә, бер нисә көндән ул донъяның иң бейек нөктәһенә менәсәк.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рөстәм тауҙың иң бейек нөктәһенә менергә йөҙ метр ҡалғас, һәләк була.




