Өфөнөң алты йорто Башҡортостанда иң яҡшыһы тип табылды

Совет районында алты йорт Башҡортостанда иң яҡшыһы тип табылды. Ошо көндәрҙә йылда уҙғарыла торған «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсы билдәләнде. Барлығы конкурста 138 йорт ҡатнаша.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, барлығы ун алты райондан һәм ҡала округынан йорттар ҡатнаша. Иң яҡшылары тип табылған илле йорт араһыда Совет районы торлаҡтары ла инә. Конкурсанттарҙы подъездарҙың таҙалығы, баҫҡыстарҙың торошо, яҡтыртыу буйынса баһалайҙар.

Конкурс еңеүселәренә дипломдар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ, йөҙ мең һум күләмендә аҡсалата премия биреләсәк. Матди ярҙам йортто һәм уның алдын төҙөкләндереүгә тотонолорға тейеш. Совет районында киләһе йорттар иң яҡшылары тип табылды: Октябрь проспекты, 22/2 һәм 44/2; Ленин ур., 95, С. Халтурин ур. 49 һәм 49/1, Менделеев ур., 150/5.

Фото: Интернет