Өфө-Ырымбур трассаһының Ауырғазы районындағы өлөшөндә үлемесле авария теркәлде

Бынан сәғәт ярым самаһы элек Өфө-Ырымбур трассаһының Ауырғазы районындағы өлөшөндә үлемесле авария теркәлде. "Лада Ларгус" һәм махсус төҙөлөш машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, экскаватор уң яҡ һыҙаттың иң ситенән Стәрлетамаҡҡа таба китеп барған булған. Ырымбур өлкәһенән килгән водитель дә ошо йүнәлештә хәрәкәт иткән.

Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусыларҙың барыһы ла еңел автомобилдән. Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, унда беҙҙең ижади төркөм дә юлланды. Тулыраҡ мәғлүмәттәр төнгө яңылыҡтарҙың алдағы сығарылыштарында.