Юғары табыш биргән культуралар быйыл сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙанының 10 процентында сәселергә тейеш. Был турала Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәйзрәхманов белдерҙе. Уның фекеренсә, культураларҙы төрлөләндереү игенгә хаҡ түбән мәлдә юғалтыуҙарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Ведомство етәксеһе республиканың көньяҡ райондарында яҙғы баҫыу эштәре барышы менән яҡындан танышты.
Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында урынлашҡан "Искра" хужалығы етәкселеге етештереү ҡеүәттәре менән таныштыра. Төбәктең иң эре ауыл хужалығы предприятиеһының мөмкинлектәре ҙур. Игенгә һәм һөткә хаҡ юғары булған осорҙа улар аҡсаларҙы мал ҡуралары һәм ашлыҡ һаҡлағыстарҙы яңыртыуға йүнәлткән. Хужалыҡ етәксеһе киләсәккә өмөт менән баға. Уңдырышлы тупраҡҡа һалынған орлоҡтар табыш бирергә тейеш. Быйыл сәсеүлектәр заман талаптарына ярашлы төрлөләндерелгән.
Дөйөм алғанда Көйөргәҙе районында баҫыу эштәре уңышлы бара. Яҙғы сәсеүгә генә 188 берәмек техника йәлеп ителгән.
Сәфәр барышында Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары болан һәм балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнеүсе "Аргус" хужалығында туҡталды. Маралдарҙың мөгөҙө ҡиммәтле. Улар кеше сәләмәтлеге өсөн файҙалы, фармацевтикала ҡулланыу мөмкинлеге бар. Әле кейектәрҙең һаны 200 баштан ашып киткән. Хужалыҡ балыҡ үрсетеү менән дә шөғлләнә. Урындағы быуаларҙа бағры һәм уҡбалыҡ үҫтерәләр. Продукция Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе сауҙа селтәрҙәрендә һатыла.
ЛАЙФ
Ейәнсура районы Ҡужабәк ауылында һөтсөлөк-тауар фермаһында ремонт үткән. 176 баш тоҡомло таналар алынған. Тәүлегенә 4 тонналап һөт һауып алына. Ергән МТС-ы банкротлыҡ кисергәндән һуң хужалыҡ ауыр хәлдә ҡалғайны. Төбәккә инвестор килгән. А-7 агро компанияһы Ейәнсура районында уңышлы эшмәкәрлек йәйелдереүгә өмөтләнә. Әле бында сифатлы мал аҙығы әҙерләү маҡсатында күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарына һуғарыу системаһын һуҙыу менән шөғөлләнәләр.
Күгәрсен районы "Тәүәкән" ауыл хужалығы предприятиеһында иген культуралары менән бер рәттән картуф һәм шәкәр сөгөлдөрө лә сәселә. Хужалыҡтың баш агрономы Азамат Хисмәтуллин әйтеүенсә, һауа шарттары яҡшы торһа, яҙғы баҫыу эштәре 10-15 көндән тулыһынса тамамланырға тейеш. "Тәүәкән" дәр быйыл картуфтың "Родриго" сортына өҫтөнлөк биргән. Механизаторҙар һәр минутты файҙаланып ҡалып ике сменала эш алып бара.
Көҙгө осорҙа юғалтыуҙарҙы иҫәпләмәҫ өсөн сәсеүлек майҙандары әйләнешен даими иҫтә тоторға кәрәк, тигән фекерҙә республика ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Азат Мөхәмәтшин. Быйыл күп кенә предприятиелар һөрөнтө ерҙәрен юғары табыш килтергән культуралар өсөн дә бүлгән.
Республикала яҙғы сәсеү 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда башҡарыласаҡ. Май ҡояшының ҡыҙыулығы туңған ерҙе йылытып өлгөрҙө. Һөҙөмтәлә ауыл эшсәндәренең эше лә ырамлы бара. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса әле баҫыу эштәре пландың 50 процентында үтәлгән.




