Документҡа ярашлы, республикала тәүге һабантуйҙар 26 майҙа Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында үтә. Артабан күпселек райондарҙа һабан байрамдары 2-се һәм 10-сы июнгә тәғәйенләнгән.
12 июндә "Һабантуй" халыҡ барамын баш ҡалала уҙғарыу күҙаллана. Июнь айының һуңғы көнөндә һабантуйҙар Салауат ҡалаһында һәм Балтас районында уҙа. Иглин районы халҡы һабантуй байрамын 7 июлдә билдәләй.




