Яман шеште иҫкәртеүе еңелерәк. Әммә күп кенә осраҡта республикала йәшәүселәр ҡурҡыныс сирҙе һуң асыҡлай. Шуға ла уларҙың ғүмерҙәрен оҙонайтыу өсөн табиптарға күп көс түгергә тура килә. Өфөлә йәшәүсе 52 йәшлек ир ҙә ашҡаҙанының сиргә һабышыуын бер нисә йылдан һуң ғына аңлай. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә бөгөн Ҡытайҙан килгән белгестәр уға ҡатмарлы операция яһаны. Бының өсөн Волга буйы федераль округындағы берҙән-бер роботлаштырылған комплекс ярҙам килде.
Операция бүлмәһендә бөгөн күберәк Ҡытай теле яңғырай. Сычуан университеты профессоры Ху Дзянкун тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Өфөгә килгән. Сит ил вәкиле бөгөн донъяла робот ярҙамында операция яһаусы алдынғы хирургтарҙың береһе. Был юлы ул Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында 52 йәшлек пациентҡа ҡатмарлы операция яһаны.
Операция өҫтәлендә ятыусы ир ашҡаҙанында яман шеш барлыҡҡа килеүен күптән түгел генә белгән. Тикшергән ваҡытта табиптар ҡурҡыныс сирҙең бер нисә йыл элек башланыуын асыҡлаған. Әммә республикала йәшәүсе күп кенә кешеләр кеүек, был пациент та һаулығын даими тикшереп тороуҙы кәрәк тип тапмаған. Шуға ла яман шеш көндән-көн ҙурая барған.
Ҡытай белгестәре операцияны һуңғы быуын һаналған роботлаштырылған комплекста яһаны. Бындай ҡоролма менән бөгөн Волга буйы федераль округында
Башҡортостан клиникаһы ғына маҡтана ала. Ул хурургты әмәлиәтте тулыһынса ҡул менән башҡарыуҙан азат иткән. Иң мөһиме, компьютер ярҙамында идара ителгән операция бер ниндәй тайпылыштарға ла юл ҡуймай.
Бер үк ваҡытта ҡатмарлы операцияны хирургтар һәм студентар ҙур экран аша күҙәтеп барҙы. Улар киләсәктә ҡытай белгестәренән өйрәнгән эш алымдарын үҙ тәжрибәләрендә ҡулланырға ниәтләй.




