Абилитация үҙәгендә

Бала етлекмәй тыуһа, ни эшләргә? Медицина учреждениеларында тейешле дауалау үткәндән һуң ата-әсәләр сабыйҙы үҙаллы тәрбиәләй белергә лә тейеш. Сөнки ваҡытында күрһәтелгән ярҙам сабыйҙың үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Өфөлә иһә абилитация үҙәге эшләп килә.

Фото №1 - Абилитация үҙәгендә

Әкиәттәге батырҙар һымаҡ, Тимур ай үҫәһен көн үҫә. Тик бөтә кәүҙәһе түгел, башы ғына. Биш ай ярымлыҡ бәпестең башы бер йәшлек сабыйҙыҡы һымаҡ булып еткән. Әсә ҡарынында саҡта сабыйҙың мейеһенә ҡан һауған. Өфөләге абилитация үҙәгенә йөрөтә башлағас, һаулығында ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә башлаған.

Һигеҙ айлыҡ булып тыуғайны. Абилитация курстарынан һуң күреү һәләте яҡшырҙы. Уйынсыҡтарын үҙе күреп ала. Был үҙәктә өмөт уяттылар. Ныҡ борсола инек.

Зөһрә Зәйнуллина

Анрей менән Матвей ҙа яҡты донъяға тыуырға ашыҡҡан. Алты айлыҡ, 700 һәм 800 грамм ғына булып тыуған игеҙәк малайҙарҙың сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн әсәһе менән өләсәһе абилитация үҙәгенә килгән.

Хәрәкәтләнеү ағзаларында тайпылыш бар, бында уларға төрлө яҡлап дауалау үткәрелә, беҙ ҡәнәғәт, табиптарға рәхмәт кенә әйтәм.

Ольга Кобелькова

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге абилитация үҙәге ике йыл эшләп килә. Үҙәк былтыр Рәсәй президенты грантын отҡан. Бер курстың хаҡы 30 мең һум тирәһе. Ике йөҙҙән ашыу бала дауалау курстары үткән. Бер курс ун көн дауам итә. Бала менән логопед, психолог һәм башҡа белгестәр шөғөлләнә һәм иң мөһиме- ата-әсәләргә уҡыуҙар үткәрелә. Үҙәккә бөтә республиканан киләләр, сөнки башҡа бындай йүнәлештә эшләүсе ойошмалар юҡ.

10 көн эсендә 1 бала менән 5 специалист шөғөлләнә, һуңынан беҙ рекомендациялар биреп, 1 айҙан тағы осрашабыҙ.

Фәйрүзә Латипова, Абилитация үҙәге директоры
Башбат

Ҡолағы ишетмәгән балаларға музыка сеанстары уҙғарыу үҙ һөҙөмтәһен бирә, ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Был алымды ҡорошҡаҡ тотҡан сабыйҙарға, ла ҡулланалар. Уйын ҡоралдарының Германиянан килтерелгәне лә, урындағы оҫталар ҡулы менән етештерелгәне лә бар.

Элек ваҡытһыҙ донъяға килгән сабыйҙарҙың күбеһе иртә вафат булһа, хәҙер медицина көслө һәм уларҙың ғүмере һаҡлап ҡалына. Тыуғас та улар инкубаторҙа йәшәй, республика балалар клиник дауаханаһында дауалау үткәрелә. Ә артабан инде ата-әсә тәүлегенә 24 сәғәт, йылына 365 көн - етлекмәй тыуған баланың сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн көрәшә. Тап ошондай абилитация үҙәктәре уларға ҙур ярҙам, тик бында балаға алты ай тулғансы уҡ мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки ваҡытты һуҙғанда һуң булыуы ихтимал.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ