Бөгөн Өфөлә күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов гүзәл заттарға "Әсәлек даны" миҙалын һәм аҡсалата премия тапшырҙы.
Исемлек буйынса тантанаға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 45 әсә саҡырылған булған. Әммә шуларҙың икәүһе тантанаға сирләп килә алмаһа, тағы ла өсәүһе алтынсы бала табырға әҙерләнә. Наградаларҙың Халыҡ-ара Ғаилә көнө сиктәрендә тапшырылыуы айырыуса әһәмиәткә эйә, тине Салауат Сәғитов. Сөнки йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Республиканың 20-нән ашыу район-ҡалаһынан килгән 40 әсә араһында хужабикәләр, уҡытыусылар, табиптар, ашнаҡсылар, шәхси эшҡыуарҙар бар. Уларҙың барыһын да балаға һөйөү, әсәлек ҡиммәттәренә тоғролоҡ берләштерә.
Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарҙы бүләкләү йолаһы 1998 йылда булдырылған. "Әсәлек даны" миҙалына сәләмәт тормош алып барған, балалар тәрбиәләүҙә өлгө булып торған күп балалы әсәләр тәҡдим ителә. Бөгөн Башҡортостанда ете мең 600 ҡатын-ҡыҙ ошо маҡтау билдәһе менән бүләкләнгән.




