Хәйриә акцияһы

Күп балалы ғаиләләргә бушлай кәзә бәрәстәре. Мәләүез районында йәшәүсе фермер Эдуард Ниғмәтуллин хәйриә акцияһы ойошторған. Йыл башынан 60-тан ашыу ваҡ мал ғаиләләргә таратылған. Бөгөн дә бер көтөү тоҡомло кәзә бәрәстәре төрлө төбәктәргә оҙатылды.

Кәзә бәрәстәрен әле еңел генә күтәреп сыҡһалар ҙа, ике-өс айҙан көс етмәҫлек була, ти хеҙмәткәрҙәр. Әммә бының өсөн уларҙы яҡшылап ашатыу, ҡарау кәрәк. Ваҡ малды күп балалы ғаиләләргә тапшырғанда тәрбиәләү тәртиптәре өйрәтелә, ни тиһәң дә, тоҡомло кәзәләр үҙебеҙҙекеләрҙән бер аҙ айырыла. Илшат Баймәтовтар күптән түгел ҡаланан ауылға күсенеп ҡайтҡан. Һигеҙ бала атаһы ауылда балаларын эшкә өйрәтергә, күпләп мал тоторға ниәтләй.

Балалар малдарҙы күреп, таҙа һыу эсеп, егәрле үҫһендәр өсөн ауылға күстек.

Илшат Баймәтов, Ғаилә башлығы

Ун йыл элек 12 йылҡы менән ике кәзәнән генә башлап ебәргән эше бөгөн фермер Эдуард Ниғмәтуллинға ҙур табыш килтерә. Ваҡ малдар иҫәбе 200-ҙән ашҡан. Һауым кәзәләре иһә көнөнә 6-8 литр тирәһе һөт бирә. Аҡ урында уҡ эшкәртелеп сыр етештерелә.

Тоҡомло кәзәләр ҡарауға дүрт хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Бында хужалыҡтың үҙ ҡағиҙәләре. Кәртәлә мал эргәһендә әрләшеү, насар һүҙ әйтеү тыйыла. Бәрәстәрҙе яратып торғанда уларҙы ҡарау еңелерәк, ә һауым кәзәләре һөттө күберәк бирә икән.

Әлмир Ишмәев ауыл егете, бәләкәйҙән мал ҡарап үҫкәс, кәзә-һарыҡтар ҡарау тәртибен яҡшы белә. Өс-дүрт ай буйы тәрбиәләгән бәрәстәрҙе биреп ебәреү ҙә еңелдән түгел, ти ул.

Кәзәләрҙе яратам, уларҙы көтәм. Һөт ҡушып, бутҡа бешереп ашатам.

Әлмир Ишмәев, Хужалыҡ хеҙмәткәре

Йыл башынан күп балалы ғаиләләргә илленән ашыу кәзә бәрәсе таратылған. Хәйриә акцияһын хужалыҡ етәксеһе изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ошо эш менән ҡыҙығып китеүселәр табылыр, республикала күп балалы ғаиләләр артыр, тигән өмөттә башлаған.

Был эшкә бизнес һымаҡ башлаһаң ғаиләне лә ашатып, аҡса ла эшләп була. Башҡа кешеләрҙә эш башлап ебәрер был акцияны ойошторабыҙ.

Эдуард Ниғмәтуллин, Фермер

Киләсәктә фермер ваҡ малдарҙы арттырырға ниәтләй. Әйткәндәй, хужалыҡтан саф һауала ял итергә яратҡан туристар йыл әйләнәһенә өҙөлмәй. Сөнки улар ял итһен, сәләмәтлеген нығытһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Автор: Фәниә Юланова