Республикала һабантуй байрамы көндәре билдәләнде

Башҡортостанда һабантуй байрамдарын көндәре билдәләнде. Һабан байрамын уҙғарыу тураһындағы Указға Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Фото №1 - Республикала һабантуй байрамы көндәре билдәләнде

Республикала тәүге һабантуй 26 майҙа Ҡырмыҫҡалы районында һәм Стәрлетамаҡта үтәсәк. Бер аҙнанан, 2 июндә, Ағиҙел, Өфө, Учалы, Федеровка, Стәрлетамаҡ, Туймазы,Мәләүез, Көйөргәҙе, Йылайыр, Ейәнсура, Бүздәк,Благовар, Бөрйән, Ауырғазы, Архангель һәм Әлшәй райондары халҡы һабан байрамын билдәләйәсәк.

10 июндә иһә Кумертау, Яңауыл, Шаран, Саҡмағош, Тәтешле, Гуриман, Стәрлебаш, Миәкә, Краснокама, Ҡыйғы, Кушнаренко, Ҡалтасы, Илеш, Ишимбай, Йәрмәкәй, Ғафури, Борай, Благовещенск, Бишбүләк, Балаҡатай, Белорет, Баймаҡ, Асҡын һәм Әбйәлил райондары аграрийҙары яҙғы баҫыу эшенә йомғаҡ яһаясаҡ.

Өфөләр иһә 12 июндә байрам итәсәк, ә 16 июнь көнө Шишмә, Салауат, Мишкә, Мәсетле, Күгәрсен, Ҡариҙел һәм Дыуан райондарында һабантуй үтәсәк. Республика иң һуңғыһы булып Иглин районы һабан байрамын билдәләйәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ